Уны төбәктәге хеҙмәт етештереүсәнлеге компетенция үҙәге эксперттары үткәрә. “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы республикала иң ҙур, етештереү һәм социаль инфраструктураһы үҫешкән транспорт комплексы булараҡ билдәле. Был предприятиеға 28 филиал, ҡалаларҙа һәм ауылдарҙағы 28 транспорт колоннаһы, 19 автовокзал, 1 автостанция ҡарай. “Башавтотранс” үҙенең автотранспорты, хеҙмәткәрҙәр һаны, йөк һәм пассажирҙар ташыу күләме, филиалдар системаһы тармағы, үҫеш темптары һәм эшмәкәрлек схемаһы иҡтисад яҡтан перспективалы булыуы менән Рәсәй автотранспорт предприятиелары араһында тәүге өсәү исемлегенә инә.