Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында Һиндостандың Рәсәй Федерацияһындағы илселеге вәкилдәре менән осрашыу үтте.
Иҡтисад һәм коммерция бүлеге етәксеһе урынбаҫары Наводит Верма әфәнде Башҡортостан менән инвестиция һәм төбәктең аграр сәнәғәте комплексы өлкәләрендә хеҙмәттәшлек хаҡында фекер алышыу өсөн килгәйне.
Республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Фәүзәт Ханнанов Һиндостан вәкилен республикабыҙҙың аграр сәнәғәте үҙенсәлектәре менән таныштырҙы. Ул шулай уҡ Башҡортостандың илдә ауыл хужалығы буйынса ҙур төбәктәрҙең береһе булыуы хаҡында әйтте. Һүҙ айырыуса инвестиция эшмәкәрлеге, инвесторҙар хаҡында барҙы. Наводит Верма әфәнде хеҙмәттәшлек итеү теләген белдерҙе, ошо хаҡтағы фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Әйткәндәй, былтыр Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә Һиндостан 11-се урынды биләй (2,79 процент). Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
«Башҡортостан” гәзите сайтынан.