Ныҡ сағыу төҫлө, ҡырҡыу еҫле, бер-ике көн дә төтмәй ҡойолоп төшкән Ҡытай уйынсыҡтары урынына үҙебеҙҙең илдә етештерелгән сифатлы уйынсыҡтар баҙары арта.
Башҡортостанда был милли проектҡа тәүгеләрҙән булып “Альтернатива” пластмасс изделиелар заводы ҡушылды. Улар тәүҙә бәләкәйҙәр өсөн тау шыуыу санаһы (ледянка) етештерһә, хәҙер милли проект аша финанс ярҙамы алып, балалар ижады өсөн тауарҙар яһау менән шөғөлләнә башланы. Шулай уҡ моториканы үҫтереүсе уйынсыҡтар ҙа буласаҡ. Проекттың дөйөм бюджеты 200 миллион һумдан ашыу тәшкил итә.