Иҡтисад
17 Мая 2021, 04:00

Кемдәр бушлай газға дәғүә итә ала?

Рәсәй Президенты Владимир Путин быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә йорттарға тиклем газүткәргес торбаһы һуҙыуҙы бушлай башҡарыу кәрәклеген белдергәйне.#ВладимирПутин

Был мәсьәләгә РФ Хөкүмәте янындағы финанс университеты уҡытыусыһы Игорь Юшков аңлатма бирҙе.
«Сикләүҙәр ҙә булыуы ихтимал, — тине ул. — Мәҫәлән, йортҡа тиклем газ торбаһы һуҙыуҙы газүткәргес һалынған урамдарҙа ғына эшләргә мөмкин. Ярай, күрше урамда газүткәргес булһа (унан һуҙыу өсөн дә хәҙер миллион һумға хәтлем һорайҙар). Алыҫ йорттарға бушлай газүткәргес тартмаясаҡтар барыбер. Участканың эсенә килеп инһә лә, өйгә тоташтырыуға түләргә тура киләсәк». Бушлай тоташтырыуҙың тағы бер шарты бар: газ ҡулланыу бер кешегә сәғәтенә 7 кубометрҙан артмаҫҡа тейеш.
Читайте нас