2022 йылда Ағиҙел ҡалаһында һәм Ғафури районында ҡояш электр станцияларын(СЭС) сафҡа индереү планлаштырыла. Әлеге ваҡытта республикала биш ошондай станция эшләй. Улар – Хәйбулла районында Бүребай, Көйөргәҙе районында Бөгөлсән, Ейәнсура районында Иҫәнғол, Бөрйән һәм Стәрлебаш ҡояш электр станциялары. Уларҙың дөйөм ҡеүәте 69 МВт. Был бөтә республиканың дөйөм энергия системаһы ҡеүәтенең 1,2 процентына тиң.
Былар барыһы ла “Экология” милли проектына тап килеп, биләмәләр үҫешенә, уларҙа яңы предприятиелар булдырыуға булышлыҡ иткән өҫтәмә энергия сығанаҡтары.