+20 °С
Дождь
Антитеррор
ВКонтакте
MAX
Беҙҙең турала
Иҡтисад
21 Мая 2021, 11:15
Эшҡыуарҙар өсөн
Башҡортостан Республикаһының инвестиция порталы (investrb.ru) барлыҡ категория эшҡыуарҙар өсөн төбәктә йәшәгәндәрҙең эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итәсәк ойошмаларҙы табырға булышлыҡ итә.#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Башҡортостан Республикаһының инвестиция порталы (investrb.ru) барлыҡ категория эшҡыуарҙар өсөн төбәктә йәшәгәндәрҙең эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итәсәк ойошмаларҙы табырға булышлыҡ итә.
– Башҡортостандың инвестиция порталы – эшҡыуарҙар һәм инвесторҙар өсөн универсаль мәғлүмәт майҙансығы. Порталда закондар нигеҙендә эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү саралары һәм институттары тураһындағы көнүҙәк мәғлүмәт урынлаштырылған. Был уңайлы фильтр эшҡыуарға тап уның эшҡыуарлығына тура килгән ярҙам сараһын (улар 100-гә яҡын) һайларға ярҙам итә, - тине республиканың дәүләт идараһының һанлы үҫеше министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов.
Башҡортостанда дәүләт ярҙамы урындағы етештереүселәргә, шул иҫәптән үҙмәшғүл граждандарға ла күрһәтелә. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Шуны әйтергә кәрәк, үҙмәшғүлдәргә микрофинанс ярҙам төбәктә эшҡыуарлыҡ башланғыстарын дәртләндереү маҡсатында атҡарыла. Уларға ике йылға иҫәпләнгән 500 мең һумлыҡ заем ала алырлыҡ процент ставкалар менән тәҡдим ителә. Был яңы эш башлаған, кредит тарихы булмағандар өсөн отошло.
Investrb.ru
порталында дәүләт ярҙам итеү саралары менән ентеклерәк танышырға мөмкин.
“Башҡортостан”гәзите сайтынан
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"