Иҡтисад
22 Мая 2021, 03:30

Мәшғүллек үҙәктәре яңыртыла

Яңыртылған мәшғүллек үҙәктәре “Рәсәй эше” бренды аҫтында эшләйәсәк. Улар бында килгән кешеләр өсөн дә, хеҙмәткәрҙәр өсөн дә уңайлы буласаҡ.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Яңыртылған мәшғүллек үҙәктәре “Рәсәй эше” бренды аҫтында эшләйәсәк. Улар бында килгән кешеләр өсөн дә, хеҙмәткәрҙәр өсөн дә уңайлы буласаҡ. Интерактив порталда шәхси кабинеттарын теркәгән граждандар үҙаллы ҡулай датаға һәм сәғәткә ҡабул итеүгә яҙыла ала. Башкортостанда 2024 йылға заман талаптарына яуап биргән шундай биш мәшғүллек үҙәге асыу, шул иҫәптән Нефтекамала 15,7 миллион һумға бер үҙәк яңыртылыуы күҙаллана.

Мәшғүллек хеҙмәтен үҙгәртеп ҡороу саралары республикала 2019 йылдан бирле бара. Төп маҡсат – кешеләрҙе эшкә урынлаштырыуҙа иҫкергән эш алымдарынан ҡотолоп, онлайн хеҙмәттәшлеккә күсеү һәм ҡағыҙ документ эшенән арыныу.
Бөгөн Нефтекамалағы Төньяҡ-көнбайыш район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә 2022 йылға тиклем яңыртыу проекты сиктәрендә республика ҡаҙнаһы иҫәбенә капиталь ремонт башҡарыла. Әйтеп үткәнебеҙсә, финанслау күләме 15,7 миллион һум тәшкил итә, шуның 1,9 миллионы – федераль бюджеттан, 13,8 миллионы маҡсатлы программа буйынса республика ҡаҙнаһынан бүленә.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты составына ингән “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” федераль проектының төбәк проекты сиктәрендә быйыл эшмәкәрлектең һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса саралар түбәндәге мәшғүллек үҙәктәрендә планлаштырыла:
  • Көньяҡ-көнсығыш район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәге, Стәрлетамаҡ ҡалаһы;
  • Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы халыҡ мәшғүллеге үҙәге;
  • Төньяҡ-көнбайыш район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәге, Нефтекама ҡалаһы.
  • Фото: pravitelstvorb.ru
    Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты
    Читайте нас