Иҡтисад
24 Мая 2021, 03:55

Стәрлетамаҡ — алыпһатарҙар ҡалаһы

22 майҙа Стәрлетамаҡ боронғо сауҙа үҙәгенә әйләнде — бында “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә “Купец” фестивале ойошторолдо. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ҙур сара өсөн юҡҡа ғына был ҡала һайланманы, тиҙәр ойоштороусылар, Стәрлетамаҡ элек-электән сауҙагәрҙәр ҡалаһы булған һәм ул үҙ тарихын онотмай.
Фестивалде асыу тантанаһында БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов, ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов һәм башҡалар ҡатнашты.
Күргәҙмә майҙансығында урындағы эшҡыуарҙар һәм шәхси хужалыҡтар етештергән ризыҡ, аш-һыу, ҡул эштәре, ауыл хужалығы продукцияһы һәм башҡалар ҡуйылды. Торатау итәгендә туристар өсөн махсус визит майҙансығы ла эшләне.
Читайте нас