Иҡтисад
25 Мая 2021, 05:05

Ир аҫылы асылыр эшендә

Берәүҙәр кемгәлер саҡ ҡына ярҙам күрһәтһә лә, уны башҡалар белһен-күрһен өсөн интернетты тултыра, был хаҡта гәзиткә яҙыуҙы һорағандар ҙа юҡ түгел. Икенселәр иһә иҫәпһеҙ-һанһыҙ изге эштәрҙе шым ғына башҡарыуын белә һәм улар хаҡында артыҡ һөйләп тә бармай.

Берәүҙәр кемгәлер саҡ ҡына ярҙам күрһәтһә лә, уны башҡалар белһен-күрһен өсөн интернетты тултыра, был хаҡта гәзиткә яҙыуҙы һорағандар ҙа юҡ түгел. Икенселәр иһә иҫәпһеҙ-һанһыҙ изге эштәрҙе шым ғына башҡарыуын белә һәм улар хаҡында артыҡ һөйләп тә бармай.
Әүҙем йәмәғәтсе, даими гәзит уҡыусыбыҙ Иштимер ағай Ғүмәров ауыл Советы депутатының һәйбәт эштәре хаҡында һөйләп, уның тураһында яҙыуыбыҙҙы үтенгәс, Амангилдегә юлландыҡ. Тик буласаҡ геройым журналист менән осрашыуҙан баш тартты.
Шулай ҙа ата-әсәһе менән күрешеп һәм Иштимер ағай һөйләгәндәрҙән сығып, уның хаҡында яҙырға батырсылыҡ иттем. Ҡайһы бер яңылышлыҡтар китһә, мәҡәләм геройынан алдан ғәфү үтенәм.
Районда билдәле эшҡыуар, Амангилде ауыл Советына икенсе саҡырылыш рәттән депутат итеп һайланған Рамаҙан Шаһыбалов хаҡында булыр һүҙем.
Бар ғүмерҙәрен балалар уҡытыу һәм тәрбиәләү эшенә бағышлаған хөрмәтле уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып үҫкән Рамаҙан. Әсәһе Венера Харис ҡыҙы оҙаҡ йылдар урындағы мәктәптә балаларға рус теле һәм әҙәбиәтенән дәрестәр бирһә, атаһы Сәлих Фәтих улы һыҙма дәресенән уҡытҡан, хеҙмәтенең һуңғы йылдарында тракторсылар әҙерләү курстарын алып барған.
— Бәләкәйҙән эшсән, егәрле булып үҫте улым. Өйҙәге эштәрҙе тиҙ генә теүәлләй ҙә, өләсәһенә ярҙамға йүгерер ине, — тип һөйләй атай кеше.
— Эске эштәр бүлегендә хеҙмәт итеү хыялы менән янған Рамаҙан үҙен физик яҡтан сыныҡтырыуға ҙур иғтибар бирҙе: көн һайын йүгерҙе. Мәктәптә яҡшы билдәләргә генә өлгәште, тарихты ҡыҙыҡһынып өйрәнде, рус телен «һыу кеүек эсте»: бөтә классиктарҙың әҫәрҙәрен һәйбәт белде, бында, әлбиттә, рус теле уҡытыуcыһы Рәйлә Исхаҡовнаның ярҙамы баһалап бөткөһөҙ, — ти Венера Харис ҡыҙы.
Тырышлығы бушҡа китмәй егеттең, мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамлаған һәм физик яҡтан сыныҡҡан Рамаҙан бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ Түбәнге Тагилдағы Эске эштәр бүлеге мәктәбе курсанты булып китә. Милиция мәктәбендә белем алғанда ла яҡшы уҡыуы, тәртибе менән ал бирмәгән егет уҡыуын уңышлы тамамлап, тыуған яғына эшкә ҡайта. Асҡарҙа, унан Уралда участка инспекторы булып эшләй, бер аҙҙан Сибайға күсерелә. Артабан юғары белем алыу маҡсатында Рамаҙан милицияның юғары мәктәбенең ситтән тороп уҡыу бүлегенә инә.
— Тик ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ арҡаһында, эшенән китергә мәжбүр булды. Был хаҡта беҙ әле булһа, аныҡ ҡына белмәйбеҙ. Сөнки үҙенең проблемаларын үҙе хәл итергә күнеккән бит ул Рамаҙан, — ти ата менән әсә.
Яҙмыш юлы ошондай ҡырҡа боролош алһа ла, ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмай тәүәккәл егет, Магнитогорск металлургия комбинатының һаҡ системаһына эшкә урынлаша. Юғары юридик белем дә ала.
Завод идаралығының айырым бүле-гендә эшләү осоронда ғәҙел, һәр кемгә кеселекле, кешелекле булған Рамаҙан Сәлих улы етәкселектең, коллегаларының ихтирамын яулай.
— Бөтмөрлөгө, кешеләр менән уртаҡ тел таба белеүе, ныҡышмаллығы үҙ эшен асырға мөмкинлек бирҙе. 2011 йылдан улыбыҙ эшҡыуарлыҡҡа тотондо, үҙе етәкләгән «Импульс» ЯСЙ-һында кешеләргә эш урындары булдырҙы, — тип ҡыуана Венера апай улының булдыҡлылығына.
Әлбиттә, эшҡыуар булыр өсөн күп көс түгергә кәрәк. «Алма беш ауыҙыма төш», тип кенә ятып булмай. Бөтәһен дә үҙең атҡарып сығырға тейешһең. Сөнки уңышһыҙлыҡтар ҙа, юғалтыуҙар ҙа булыуы мөмкин.
— Тырыш, сәмле кешеләр генә эшҡыуар булып китә. Шулай уҡ кешеләр менән аралаша белеүең, ауырлыҡтарҙан сығыу юлын таба белеү ҙә кәрәк. Рамаҙан Сәлих улы аяғында ныҡлы баҫып торған, бизнесын яйға һалған эшҡыуар ғына түгел, ауыл тормошонда ҡайнап йәшәгән, уның йөҙөн яҡшыртыуға үҙ өлөшөн индергән, һәр кемгә ярҙам итергә әҙер торған ир-аттарҙың береһе, — тип һүҙгә ҡушыла Иштимер Солтан улы.
— Туйға аҡса эшләйем тип, кешеләргә бура күтәрешергә йөрөнө, шунан үҙе әҙер буралар алып, күтәреп биреүгә тотондо, унан инде үҙ эшен булдырҙы, — тип һөйләй атаһы улының ағас эшенә тотоноп китеүе хаҡында.
Бөгөн инде тирә-йүндә һәр заказды урын-еренә еткереп, сифатлы башҡарыуы менән билдәле эшҡыуар ул Рамаҙан Сәлих улы. Уның ҡул аҫтында Рысҡужа, Ишкилде ауылдары ир-уҙамандарынан торған бригадалар эшләй, улар ағас сығарыу, бура бурау менән мәшғүл. Эшҡыуарҙың таҡта ярыу цехында заказдар етерлек.
Күптән түгел эшҡыуар оҫтахана асып ебәргән. Ағас эшкәртеү цехында бөгөн заказ буйынса төрлө әйберҙәр яһайҙар. Мәҫәлән, заманса бәүелһәктәр, ҡоҙоҡ өҫтөнә ултыртыуға матур, йәтеш буралар эшләйҙәр.
— Һуңғы осорҙа ағастан йыйылмалы өҫтәл менән ултырғыстар һораусылар айырыуса күбәйҙе, — ти цех эшсеһе Әсхәл Ямалов.
Эшҡыуарҙың техника паркы ла бай ғына, уларҙа эшләгән тракторсы-водителдәр ҙә ихлас, тырышып эшләй. Ғөмүмән, ярайһы һәйбәт эш хаҡы түләнгән һәм уны ваҡытында алған ауыл халҡы өсөн урында эшләү — үҙе бәхет инде. Оҙайлы ваҡытҡа вахта ысулы менән эшләгәндәрҙән әллә ни кәм түгел уларҙың хеҙмәт хаҡы.
— Техникаһының төҙөклөгөн, эшселәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙе Рамаҙан беренсе планға ҡуя. Элек ағасты урмандан ДТ-лар сығарҙы, ә бөгөн был ауыр эште тәгәрмәсле тракторҙар башҡара. Асыҡ урындарҙа ағас юҡ бит хәҙер, шуға ла тау-таш араһынан ағас сығарған тракторҙарҙың тәгәрмәстәре тиҙ ашалып бөтә, уларҙы алмаштырыуға аҡсаһын йәлләмәй, — ти Сәлих Фәтих улы. — Миҙгелгә ҡарап махсус кейем менән даими тәьмин итә, итегенә тиклем алып бирә.
— Улыбыҙ үҙе эсмәй ҙә, тәмәке лә тартмай, эскән кешене лә тотмай, — ти Венера Харис ҡыҙы.
Яҡташтары ышаныс белдереп, Рамаҙан Шаһыбаловты икенсе тапҡыр Амангилде ауыл Советы депутаты итеп һайлаған. Депутат эше бушлай башҡарыла һәм өҫтәмә йөк булараҡ көс һәм ваҡыт талап итә. Йәмғиәт эшен үҙенең шәхси эшенән юғарыраҡ ҡуйған уҙаман ауылдаштарына һәр яҡтан өлгө, ауылға терәк булып йәшәй.
Үҙендә эшләгән бер нисә егеткә диләнкәһенән ағас биреп, кемгәлер мунса, хатта өй бураһы буратҡан. Рәфҡәт Шакировтың йорто янып китеү сәбәпле, уға ла эскерһеҙ ярҙам күрһәткән эшҡыуар.
— Ауылға ярҙамы ифрат ҙур. Депутат булараҡ та һайлаусыларының мәнфәғәтен ҡайғырта. Миллионер түгел бит ул, уның кеүек үҙ эшен асып, табыш алыусылар ҙа аҙ түгел беҙҙә, әммә ярҙам кәрәкһә барыһы ла Рамаҙанға төбәп киләләр. Ауылда ойошторолған һәр сараға бағымсы ул, Яңы йыл, 8 март, Ололар көнө уңайынан бүләктәр алыуға аҡса бүлә. Бынан тыш, йыл һайын Ҡорбан ғәйетенә ҡорбан салдыра. Быйыл боҙ ҡаласығы яһауҙа ла ярҙамы шаҡтай булды. «Байыҡ» конкурсында ҡатнашыуға беҙҙең юл сығымдарын да үҙ иңенә алды ул, — тип барлай депутаттың изге эштәрен Иштимер Солтан улы.
Эшҡыуарҙың тракторҙары ҡар күп булған быйылғы ҡышта урамдарҙы ғына түгел, кешеләрҙең йорт алдарын даими таҙартып торған.
— Ҡар, буран тип бер кем дә юлға сыға алмай ултырманы. Ауыл урамдары юлдары һәр саҡ таҙа булды. Кемдер мәрхүм булһа, зыяратҡа юлды ла Рамаҙандың техникаһы яра, — тип дауам итә Иштимер ағай. — Мәрхүмдәргә ләхет таҡтаһын да пилорамаһында бысып-йышып бушлай бирә.
Амангилделә янғын һүндереү машинаһына айырым гараж төҙөгәндә лә Рамаҙан Сәлих улының терәге ҙур булған. Ауыл халҡы бесәнгә йөрөгән юлға торба һалып, ҡырсынташ түшәп йүнәттереп ҡуйыусы ла ул.
— Бер һүҙ менән әйткәндә, Рамаҙан Шаһыбалов кеүек егеттәр һирәк, — ти Иштимер Солтан улы. — Депутат булараҡ, уға ниндәй генә һорауҙар менән килмәйҙәр. Ер, ағас бүлеү буйынса мөрәжәғәт иткәндәрҙең мәсьәләһен ыңғай хәл итеү өсөн Асҡарға күберәк үҙе йөрөп юллай.
Амангилде мәктәбенең теүәл фәндәр буйынса иң яҡшы уҡыусыһы Рамаҙан Шаһыбаловтың премияһы менән бүләкләнеүе лә матур йолаға әүерелгән. Биш мең күләмендәге премияны кемгә тапшырыуҙы педсовет ултырышында хәл ителә. Район, республика кимәлендәге төрлө спорт ярыштарына йөрөгән уҡыусыларға лә бағымсы булып сығыш яһай ул.
Рамаҙан Сәлих улының район дауаханаһының терапия бүлегенә автомат-тонометр, сканер алып биреүе хаҡында ла хәбәрҙарбыҙ.
«Һәр уңышлы ир-ат артында ышаныслы ҡатын-ҡыҙ тора» тигән халыҡ фекере менән килешмәй булмай. Ирен һәр ваҡыт аңлап, яғымлы һүҙе, кәңәштәре менән ярҙам итеп торған ҡатыны Гөлкәй менән татыу, бәхетле ғүмер кисерәләр.
Сибай медицина училищеһын тамамлаған һәм Магнитогорск ҡалаһы дауаханаларында ҙур тәжрибә туплаған Гөлкәй Рамаҙан ҡыҙы ла төшөп ҡалғандарҙан түгел: ул район үҙәгендә «Дарина» медицина-клиник лабораторияһын асып, был тәңгәлдә уңышлы эшләп килә. Бик күп төрлө ҡатмарлы анализдар яһаған лаборатория хеҙмәте менән халыҡ бик теләп файҙалана, кәрәкле анализдар биреү өсөн ҡалаға йөрөргә кәрәкмәй хәҙер. Айырыуса пандемия мәлендә район халҡына уның файҙаһы ҙур булды, сөнки коронавирус инфекцияһына вахтаға йөрөгәндәр эштән ҡайтҡас та, китер мәлдә лә шунда анализ бирҙеләр. Киләсәктә район халҡына медицина хеҙмәте күрһәтеү төрҙәрен арттырыу буйынса тағы ла ҙурыраҡ пландар менән йәшәй Шаһыбаловтар.
Тормош йәме, йәшәү мәғәнәһе булып балалары үҫеп килә: улдары Тимур туғыҙынсыны тамамлай, Элиза бишенселә уҡый.
— Кешеләр Магнитогорскиға йөрөп эшләһәләр, ирле-ҡатынлы Шаһыбаловтар киреһенсә, ҡаланан ауылға йөрөй. Амангилделә бына тигән итеп донъя төҙөнөләр, ял, байрам, балаларҙың каникулы мәлдәрендә бында йәшәйҙәр, — тип маҡтап бөтә алмай Шаһыбаловтарҙы Иштимер ағай. — Бына бит, теләк кенә булһын, ауылда ла гөрләтеп эшләргә, кешеләргә эш урындары булдырырға мөмкин.
Уңышҡа өлгәшеү өсөн ҙур тырышлыҡ кәрәк. Һәр уңыш артында әллә күпме мәшәҡәт, йоҡоһоҙ төн, алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәт ята. Рамаҙандың эше уңышлы барыуында атаһы Сәлих Фәтих улы менән Венера Харис ҡыҙының да хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ: Иштимер ағай әйтмәксе, ата-әсәһе төп ярҙамсылары: әсәһе — бухгалтер вазифаһын башҡарһа, атаһы заправкалаусы, механик вазифаларын үтәй.
Читайте нас