— Туҡһанынсы йылдар. Өйрәнелгән иҫке ҡалып буйынса йәшәгән ябай ауыл халҡының яңы заман ҡанундары алдында аптырап ҡалған мәле, тотош ил өсөн аңлайышһыҙ, болғансыҡ осор. Артабан үҙ көсөңә генә ышанырға кәрәклеген тойҙом, — тип башланы һүҙҙе Дамир Аллаяров.
ПУЖКХ начальнигы вазифаһын биләүенә ҡарамаҫтан, эшен ҡалдырған берҙән-бер етәксе була ул. Ниндәй юлдан китергә икән тип оҙаҡ баш ватмай, күптәр кеүек, еңел тойолған алыпһатарлыҡҡа ла тотонмай, ә күңеленә яҡын төҙөлөш өлкәһен һайлай. Шул рәүешле, 1991 йылда «Коммунальник» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә нигеҙ һалына. Тәүҙә төҙөлөш-ремонт эштәре менән булыша ойошма.
— Күҙҙе йомоп тигәндәй, эшҡыуарлыҡтың нисек булырға тейешлеген дә белмәй тотондоҡ. Бына күпме аҡса эшләйбеҙ, бөтәһе лә үҙебеҙгә була тип уйлайбыҙ, һалым түләргә кәрәклеге башҡа ла инмәне, — ти әңгәмәсем.
Шулай ҙа күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй тигәндәй, кәртә-ҡаршылыҡтарҙы еңә баралар. Республикала газ үткәреү киң ҡолас алғас, ул саҡтағы район хакимиәте башлығы Н. Хәлилов уға газ үткәреүгә тотонорға тәҡдим итә. Аҡыллы, урынлы был кәңәшкә ҡолаҡ һалыуына һөйөнә Д. Аллаяров. Лицензия алып, ауылдарға газүткәргестәр һуҙыу, йорттарҙы «зәңгәр яғыулыҡ»ҡа тоташтырыу менән шөғөлләнәсәк предприятиеға кәрәкле техника, ҡорамалдар алыу, коллектив туплау кеүек хәстәрҙәр икһеҙ-сикһеҙ тойола.
Производствола үҙ эшен яҡшы белгән, яуаплы кадрҙар уңыштың нигеҙе булыуын аңлаған Дамир Әнүәр улы иң тәүҙә уңайлы эш шарттары, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы булдыра. Ғаилә хәле, тормош-көнкүреше хаҡында даими ҡыҙыҡһынып, ярҙам итеп торған етәксе тиҙ арала коллективының ихтирамын яулай.
«Коммунальник»та килеп-китеп йөрөүселәр юҡ, бында «йәбешеп ятып» эшләйҙәр. Иретеп йәбештереүселәр Әхәт Уйылданов, Рөстәм Хәкимйәнов үҙ эштәренең ысын оҫталары. Улар даими аттестация үтеп, белемдәрен камиллаштыралар. Дамир Әнүәр улының уң ҡулы, бухгалтер Ринат Амырҙин намыҫлы эшләй. Татыу, берҙәм коллективта һәр кем дөйөм эштең яҡшы һөҙөмтәһе өсөн үҙендә яуаплылыҡ тоя, һынатмаҫҡа тырыша.
Ошо йылдар арауығында «Коммунальник» предприятиеһы райондың күп ауылдарын газлы иткән. Әбдрәш, Әлмөхәмәт ауылы һәм станцияһы, Северный, Сиҙәм, Тал Ҡусҡары, Буранғол, Күсем руднигы, Яҡтыкүл, Зеленая Поляна, Туйыш, Байым, күп ауылдарҙың яңы урамдары, район үҙәгенең Төньяҡ, Көнсығыш биҫтәләре «зәңгәр яғыулыҡ»лы булды. Бынан тыш, Белорет, Бөрйән райондары, Силәбе өлкәһенең байтаҡ ауылдары ошо ойошма арҡаһында заманса уңайлыҡ менән файҙалана.
Дамир Әнүәр улы райондағы 16 мәсеткә бушлай газ үткәргән. Тыуған районы, уның киләсәге өсөн битараф булмаған уҙаман өсөн мәрхәмәтлелек ғәҙәти күренеш.
Әйткәндәй, эшҡыуар «вәғәҙә бирһәң, уны үтәргә кәрәк» тигән принцип үҙе өсөн иң мөһиме булыуын билдәләй. Ә «Коммунальник» башҡарған эштең сифатына һүҙ тейҙерерлек түгел. Ҡыҫҡа ваҡытта урын-еренә еткереп үтәүҙәре арҡаһында халыҡтан тик маҡтау, рәхмәт һүҙҙәре ишетәләр.
Газ үткәреүҙән тыш, Дамир Аллаяров тағы бер йүнәлештә уңышлы эшләй. Асҡарға ингән матур урында урынлашҡан «Асҡар уттары» кафеһы — район үҙәгенең визит карточкаһы. Бында Асҡар халҡы һәм ҡунаҡтар йыш туҡтай, банкеттар уҙғара.
— Был эште ғүмер юлдашым Шәүрә Әҡсән ҡыҙы менән бергәләп ойошторҙоҡ, ул кафены зауыҡлы, күркәм итеүгә бөтә күңелен һалды. Ашнаҡсылар Альбина Яныбаева менән Илфира Шәрәфетдинова эшенә һүҙ тейҙерерлек түгел, — ти етәксе.
Утыҙ йыл эсендә «Коммунальник» предприятиеһы республика йүнселдәре араһында уҙғарылған төрлө конкурстар номинацияларында билдәләнгән, ә ойошманың тотороҡло эшен тәьмин иткән Да-мир Әнүәр улы Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимов ҡулынан юғары наградаға — «Атҡаҙанған төҙөүсе» исеменә лайыҡ булған.
Әйткән һүҙендә торған, ышаныслы эшҡыуарҙы бер нисә саҡырылыш район Советы депутаты итеп һайлағандар. Ике тиҫтә йыл депутатлыҡ эшмәкәрлеге дәүерендә күпте башҡарған. Әле лә, район Советының социаль-гуманитар һәм хоҡуҡ тәртибе, эшҡыуарлыҡ буйынса даими комиссияларҙың рәйесе булараҡ, район мәктәптәрен спорт кәрәк-ярағы менән тәьмин итеүгә 100 мең һум аҡса биргән.
— Үҙеңде генә хәстәрләү, үҙең өсөн генә йәшәү дөрөҫ түгел. Хәлеңдән килә икән, башҡаларға ла ярҙам итергә кәрәк. Шуның өсөн аяғында ныҡлы баҫып торған башҡорт эшҡыуарҙары күберәк булһын ине. Бының өсөн тырышлыҡ, үҙ көсөңә ышаныу мөһим, — тигән теләген еткерҙе уҙаман.