+21 °С
Дождь
Антитеррор
ВКонтакте
MAX
Беҙҙең турала
Иҡтисад
29 Мая 2021, 03:00
Август башында Өфөлә яңы сквер барлыҡҡа килә
Тиҙҙән Өфөлә өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтарына рәхәтләнеп ял итеү өсөн тағы бер күркәм урын булдырыла.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Тиҙҙән Өфөлә өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтарына рәхәтләнеп ял итеү өсөн тағы бер күркәм урын булдырыла. Йәмәғәт киңлеге Рихард Зорге урамындағы 44-се йорт янында барлыҡҡа килә. Яңыраҡ подряд ойошмаһы унда эшкә тотондо.
Сквер «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» төбәк проекты ярҙамында яңыртыла.
Эш барышында йәйәүлеләр юлдары һәм тротуарҙар эшләү, урналар һәм эскәмйәләр ҡуйыу, тышҡы яҡтыртыу системаһын ҡороу ҡаралған. Шулай уҡ сквер биләмәһен йәшелләндереү – яңы ағастар һәм ҡыуаҡлыҡтар ултырыту күҙаллана.
Әле әҙерлек эштәре бара. Объектҡа материалдар килтерелә башланы.
Эштәрҙе тамамлау ваҡыты – 2021 йылдың 1 авгусы.
https://
www.bashinform.ru/news/1598269-k-nachalu-avgusta-v-ufe-poyavitsya-novyy-skver/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"