Иҡтисад
4 Июня 2021, 04:25

Әбйәлил иҡтисадының ныҡлы таяуы

Айрат Әминевтың Тирмән ауылы янындағы ял үҙәгенә Әбйәлил бизнесмендары «Эшҡыуарҙар балы»на йыйылды

Байрамдың сәбәпселәренең хәтерендә был көн оҙаҡҡа ҡалһын өсөн Айрат Зиннәт улының командаһының ныҡ тырышыуын билдәләп үтергә кәрәк. Биләмәгә килеп инеү менән ҡунаҡтарҙы Баймаҡ ҡалаһынан килгән «Белые крылья» ансамбле ҡаршы алды.
Сараның рәсми өлөшө башланғанға тиклем ир-егеттәр уҡтан атыу оҫталығын күрһәтте, дәртле көйгә бейеп тә алды. Саф һауала әҙерләнгән өҫтәлдәрҙә эҫе көндә талсығып килгән ҡунаҡтарҙың һыуһынын ҡандырыр тәмле ҡымыҙ, һалҡын һут тәҡдим ителде.
Рәсми өлөштө район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов асты.
— Районда 895 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты бар. Улар көндәлек ихтыяж тауарҙары, аҙыҡ-түлек, кейем һалым менән тәьмин итәләр, төрлө өлкәлә хеҙмәт күрһәтәләр. Эшҡыуарҙар 4000 кешегә эш урыны булдырған, — тип, Руслан Ғөзәйер улы бәләкәй эшҡыуарлыҡтың үҫеше районыбыҙҙың етеш тормош күрһәткесе икәнлеген билдәләне.
Һөнәри байрамдары уңайынан Насир Абдрахманов, Алмат Фәтхетдинов, Иҡсан Мөхәмәт, Гүзәл Килдейәрова, Лира Уйылданова, Гөлназ Әхмәтйәнова, Эльмира Ғилманова, Илдар Маликов, Таһир Ҡади-ров, Юнир Таһиров, Рита Мөхәмәтова район хакимиәтенең рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Пандемия мәлендә район дауаханаһына ярҙамға килгән эшҡыуарҙарҙы тәбрикләү өсөн район дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Г. Ф. Хәлилова ла килгәйне.
— Ауырыу көсәйгәс, сирлеләр өсөн урындар етмәй башланы һәм провизор госпиталде яңы бинаға күсереү хаҡында ҡарар ҡабул ителде. Әммә унда карауаттар, түшәк кәрәк-яраҡтары еткерә алманыҡ. Нәҡ ошо мәлдә беҙгә ярҙам ҡулы һуҙған эшҡыуарҙарға рәхмәтлебеҙ. Улар күмәкләп 130 мең һум аҡса йыйып бирҙе. Был аҡсаға дауаханаға электрон термометрҙар, пульсоксиметрҙар, кислород концентраторҙары һатып алдыҡ, шулай уҡ һаҡланыу һәм дезинфекция үткәреү саралары, канцелярия, хужалыҡ тауарҙары алыуға тотондоҡ. Гөлнара һәм Айрат Әминевтар, бынан тыш, госпиталь өсөн бөтә кәрәк-яраҡтары менән 20 карауат бирҙе, — тип рәхмәттәрен еткерҙе бәләкәй бизнес вәкилдәренә Гөлфиә Фәнил ҡыҙы һәм ирле-ҡатынлы Әминевтарға һәм Хужиндар ғаиләһенә Асҡар үҙәк дауаханаһының рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
— Әбйәлилдәр башлаған изге эштәрҙә Асҡарҙан Айгөл һәм уның тормош иптәше Ринат Хужиндарҙың ярҙамын һәр саҡ тоябыҙ. Дауахана өсөн аҡса йыйғанда ла, ярҙам йөҙөнән улар 30 мең һум күсерҙе, — тип маҡтаны район эшҡыуарҙар берлеге рәйесе Айрат Зиннәт улы Хужиндарҙы. — Өфө ҡалаһында үҙ эштәрен уңышлы алып барған Хужиндар мәрхәмәтлек акцияларына әүҙем ҡушыла.
Район гәзиттәренә яҙылыу кампаниялары ваҡытында күп балалы ғаиләләргә, аҙ тәьмин ителгәндәргә «Осҡон» һәм «Абзелил» гәзиттәрен яҙҙырған эшҡыуарҙарыбыҙ ҙа күп кенә. Ошондай мәрхәмәтле эшҡыуарҙарҙан был көндө Гөлнара Әминева, Илшат Мөхәмәтдинов, Алмат Фәтхетдинов Әбйәлил мәғлүмәт үҙәгенең рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Ауылдарҙа һәм район күләмендә ойошторолған төрлө саралар бағымсы эшҡыуарҙарҙың ярҙамынан тыш үтмәй.
Район эшҡыуарҙары берлеге рәйесе Айрат Әминев балға килеүселәргә үҙенсәлекле бүләк тә әҙерләгәйне — барыһына ла «Малый бизнес Абзелила» яҙыулы бейсболкалар таратты.
«Батыр» комплексында эшҡыуарҙар спартакиадаһы үтте.
Улар дартс, волейбол, өҫтәл теннисы, йөҙөү кеүек ярыштарҙа ҡатнашты.
Дартста иң мәргәне тип Булаттан Марсель Байдәүләтов табылды, Сиҙәмдән Йәноҙаҡ Итекәев икенсе, Асҡарҙан Зөлфиә Ғәйнетдинова өсөнсө урынды алдылар.
Өҫтәл теннисында беренселекте Асҡарҙан Искәндәр Ҡәҙерәлиев яуланы. Марсель Байбулатов икенсе, Хәлилдән Илфат Сәйфетдинов өсөнсө урынға сыҡты.
Йөҙөүҙә ҡатын-ҡыҙҙар араһында Асҡарҙан Роза Мөхәмәтдиноваға етеүсе булманы, ир-егеттәр араһында Илфат Сәйфетдинов иң шәп йөҙөүсе булараҡ танылды. Икенсе-өсөнсө урындарҙы ҡатын-ҡыҙҙарҙан Гүзәлиә Байбулатова (Булат) һәм Әминә Комарова (Сиҙәм) алды.
Ирҙәрҙән призлы урындар Йәноҙаҡ Итекәев менән Искәндәр Ҡәҙерәлиевта. Волейболда командалар бер иш мәрәй йыйҙы.
Үҙҙәрен иң шәп спортсы итеп танытҡан эшҡыуарҙарға ойоштороусылар маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Читайте нас