Уларҙың төп мәғлүмәт паспорттары, фотоһүрәттәре, инфраструктура торошо тураһында белешмә Инвестпорталға индерелгән. Бындай система республикаға инвесторҙар йәлеп итеүгә булышлыҡ итәсәк, улар кәрәкле майҙансыҡты һайлап алыуҙа мәғлүмәтте бер урында табасаҡ, ти Башҡортостан үҫеш Корпорацияһы белгестәре. “Иҡтисад” милли проектына ярашлы, һәр төбәк күберәк инвесторҙар йәлеп итеп эш урындары асырға тейеш. Ошонан сығып, киләсәктә инвестиция майҙансыҡтары панорамаһын эшләп, тәҡдим итеү күҙаллана.