Беренсе кварталда бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары 2,1 млрд һум һалым түләгән, был үткән йылдың шул осоро менән сағыштырғанда 24 процентҡа күберәк. Республикала “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам” милли проектына ярашлы төрлө ярҙам саралары ҡаралған. Май аҙағында Өфөлә инновациялы эшҡыуарлыҡ йортонда «Киләсәк фабрикаһы» исемле эшҡыуарлыҡ аҙналығы үтте. Тәүге тапҡыр аҙналыҡ тематик көндәргә бағышлап ойошторолдо, мәҫәлән эшҡыуарлыҡ хоҡуҡтары, стартап, бизнес-шериф, индустрия ижады, социаль эшҡыуарлыҡ көндәре. Башҡортостанда әлеге көндә 1,5 меңдән ашыу бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекты социаль йүнәлештә эшләй. Быйыл тағы ла 400-ҙән ашыу эшҡыуар социаль йүнәлештәге эшҡыуарлыҡ реестрына инеүгә ғариза биргән. Тик, ошо реестрҙа теркәлгән эшҡыуарҙар ғына 500 мең һумға тиклемге грант алыуға дәғүә итә ала икән. Киләһе йыл бындай эшлекле форумды Өфөнән тыш, республиканың башҡа төбәктәрендә үткәрергә уйлайҙар.