Иҡтисад
19 Июня 2021, 07:10

Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр һаны 50 процентҡа артҡан

Ай һайын республикала уртаса 3 мең кеше үҙмәшғүл статусына эйә булып тора.

Һалым хеҙмәте идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2021 йылдың ғинуарынан алып һөнәри табыштан һалым түләүселәр һаны 50 процентҡа артҡан. Ай һайын республикала уртаса 3 мең кеше үҙмәшғүл статусына эйә булып тора. Бөгөн ундайҙар һаны 48, 2 меңгә еткән. Үҙмәшғүллек менән шөғөлләнеүсенең табышы йылына 2,4 млн һумдан артмаҫҡа тейеш.
Үҙмәшғүл кешеләр Башҡортостанда күберәк автомобиль-транспорт, ремонт хеҙмәттәре күрһәтә, матурлыҡ һәм төөҙөлөш даирәләрендә эшләй. 2021 йылда улар бюджетҡа 114, 9 млн һум һалым түләгән.
#национальные проекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана
Читайте нас