Иҡтисад
19 Июня 2021, 04:30

Льготалы ипотека оҙайтылды

Рәсәй Президенты льготалы ипотека мөҙҙәтен 2022 йылдың 1 июленә тиклем оҙайтты. Ләкин үҙгәрештәр менән бөтәһе лә ҡәнәғәт түгел.

Рәсәй Президенты В.В. Путин льготалы ипотеканы 2022 йылдың 1 июленә тиклем оҙайтырға ҡушты. Тик программаға үҙгәрештәр индерелеүенә ипотека алырға теләүселәр ризаһыҙлыҡ белдерҙе.
Быйыл ил бюджетынан күп балалы ғаиләләргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, ипотекаға беренсел торлаҡ һатып алыу өсөн 27 миллиард һум аҡса бүленде. 2021 йылдың 1 июленән был программа менән бер генә тапҡыр ипотека алып була һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж рәсәйлеләр генә ҡатнаша ала. Уҙған йылда ставка 6,5 процент булһа, быйыл В.В.Путин ҡарары менән ставка 7 процентҡа күтәрелде. Торлаҡ алыуҙың иң юғары күләме 3 миллионға төшөрөлдө. Тимәк, был сумманан ҡиммәтерәк фатирҙарҙы был программа буйынса алып булмаясаҡ.
#ВладимирПутин
Читайте нас