18 июндән ВТБ йылына “ауыл ипотекаһы” программаһы буйынса 2,7 процент менән заявкалар ҡабул итә башланы.
Клинеттар төҙөлөп ятыусы һәм әҙер йортто, таун-хаус йәки биш ҡатлыға тиклем күп фатирлы йортто һатып алыуға кредит ала ала. Тәҡдим Рәсәйҙең 15 төбәгендәге ауылдарға һәм 30 меңгә тиклем халҡы булған ҡалаларға, шул иҫәптән Башҡортостанғдыҡыларға ла ҡағыла.
Ауыл ипотекаһы Рәсәйҙең ауыл хужалығы министрлығы булдырған “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла. Ипотека 24 йыл йылға тиклем һәм 10 процент тәүге взнос индереү шарты менән бирелә. Кредиттың иң юғары суммаһы – з млн һум, айырым төбәктәрҙә – 5 млн һум. Программа ярашлы, объект даими йәшәү өсөн яраҡлы, бөтә инженер коммуникациялары менән тәьмин ителгән, ғаиләнең 1 ағзаһына урындағы үҙидаралыҡ иҫәпләгән тейешле майҙанға эйә булырға тейеш.
#национальныепроекты#ргепроекты#нацпроектыБашҡортостана