Клиенттар ер участкаһында төҙөлә башлаған йорт алыуға, таун-хауста йәки 5 ҡатҡа тиклемге күп фатирлы йортта торлаҡ алыуға кредит юллай ала. Был тәҡдим 30 меңгә тиклем кеше йәшәгән төәбктәрҙә ғәмәлдә була. Улар иҫәбенә Башҡортостан да инә. «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәренлә тормошҡа ашырылған ауыл ипотекаһы 24 йылға хәтлем бирелә һәм тәүһе иғәнә 10 проценттан артмай. Кредиттың максималь суммаһы 3 миллион һум.