Иҡтисад
29 Июня 2021, 05:50

Бер балалыларға - торлаҡ льготалары

Рәсәй Президенты 1 июлгә тиклем бер балалы ғаиләләргә льготалы ипотека программаһын киңәйтергә ҡушты.

Рәсәй Президенты В. В. Путин 1 июлгә тиклем бер балалы ғаиләләргә льготалы ипотека программаһын киңәйтергә ҡушты. Унда 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған балалар инә. Был турала Кремль документтарына таянып, ТАСС хәбәр итә.
Документта күренеүенсә, 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң беренсе һәм артабанғы балалары тыуған ғаиләләр 2023 йылдың 1 ғинуарына тиклем беренсел баҙарға ипотека ала йәки быға тиклем булғанын 6 процентҡа рефинанслай ала.
Путин шулай уҡ икенсе ипотека программаһын – беренсел баҙарҙан торлаҡ һатып алыуҙы 2022 йылдың 1 июленә тиклем оҙайтырға ҡушты. Уның ставкаһы 7 проценттан, ә кредиттың максималь күләме 3 миллион һумдан артмаҫҡа тейеш.
#ВладимирПутин
Автор:Рахима Мусина
Читайте нас