Иҡтисад
29 Июня 2021, 07:10

Экология программаһына өҫтәмә аҡса бүленә

“Башҡортостан Республикаһының экологияһы һәм тәбиғәт ресурстары” дәүләт программаһын финанслау бер миллиард һумға арттырылды.

“Башҡортостан Республикаһының экологияһы һәм тәбиғәт ресурстары” дәүләт программаһына үҙгәрештәр индерелде. Уны финанслау бер миллиард һумға арттырылды. Республика хөкүмәтенең тейешле ҡарары хоҡуҡи мәғлүмәттәр сайтына ҡуйылған.
Документҡа ярашлы, 2014 -2030 йылдарға иҫәпләнгән дәүләт программаһының дөйөм финанс күләме 36, 59 млрд һум тәшкил итә. Уның 13114,7 млн һумын – республика бюджеты, 3269,38 млн һумын – федераль бюджет, 231,16 млн һумын урындағы бюджеттар бүлә.
Өҫтәмә миллиард федераль, республика бюджеттарынан һәм бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан алынасаҡ.
Был программа төбәктәге һыу ятҡылыҡтарын һауыҡтырыу, көнкүреш ҡалдыҡтарын юҡ итеү комплексы системаһы эшен яйға һалыуҙы күҙ уңында тота.
#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Автор:Рахима Мусина
Читайте нас