Иҡтисад
30 Июня 2021, 11:40

Етештереүселәр менән һатып алыусыларҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеүе мөһим

Сауҙа йорттарының урындағы ауыл хужалығы тауарын етештереүселәр менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеүе хаҡтарҙы төшөрөүгә мөмкинлек бирәсәк.

Башҡортостан Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынфң Башҡорт сауҙа ассоцияһы менән үткән берлектәге осрашыуҙа төбәктә сауҙа селтәрен үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Һөйләшеү беҙҙең төбәктәге аҙыҡ-түлек баҙарындағы хаҡтарға ла ҡағылды.

Министрлыҡҡа картуфҡа, кишергә, сөгөлдөргә һәм һуғанға хаҡтарҙың артыуы хаҡында мөрәжәғәттәр йыш килә. Министрлыҡ муниципалитеттар менән берлектә үткәргән мониторгҡа ярашлы һуңғы осорҙа картуф 22,1, кишер 12,5, кәбеҫтә 2,2 процентҡа күтәрелгән.

“Магазиндарға тауарҙар менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр юҡ”, — тип белдерҙе министр Алексей Гусев.

Тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә ҡулланыу хаҡтары индексы майҙа уҙған йылдың декабренә ҡарата 3,8 процент тәшкил иткән, аҙыҡ-түлеккә хаҡтар 5,3 процентҡа артҡан. Сауҙа селтәрҙәренең урындағы етештереүселәр менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеүе аҙыҡ-түлек баҙарындағы хаҡтар үҫешен көйләр ине.

Бөгөн ведомство Башҡортостан Республикаһы кластерын төҙөү буйынса әүҙем эш алып бара.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас