Иҡтисад
2 Июля 2021, 05:57

Экспортҡа 20 тонна башҡорт балы оҙатылды

Ошо көндәрҙә Польшаға 20 тонна башҡорт балы оҙатылды.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ошо көндәрҙә Польшаға 20 тонна башҡорт балы оҙатылды.
Экспортҡа тәғәйенләнгән продукция, ветеринар тикшереү үткән.
Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса (Россельхознадзор) ауыл хужалығы күҙәтеү идаралығы мәғлүмәте буйынса, был продукцияны етештереүсе предприятиеның экспорт сертификаты бар, ул “Цербер” экспорт реестрына ингән. Әйтергә кәрәк, республика хайуандарҙың инфекцион һәм инвазион ауырыуҙарынан таҙа. Тауарҙы экспортлауға 5G формалы ветеринар сертификаты бирелгән.
Автор:Вил Илһамов
Читайте нас