Иҡтисад
8 Июля 2021, 04:58

Пандемияның Рәсәй иҡтисадына зыяны баһаланды

Үткән йыл коронавирус Рәсәй иҡтисадына бер триллион һумға яҡын зыян килтергән.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Үткән йыл коронавирус Рәсәй иҡтисадына бер триллион һумға яҡын зыян килтергән.
Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтеүе (Роспотребнадзор) ведомствоһы мәғлүмәттәренә ярашлы, ауырыуҙарҙы стационар дауалауға 183 миллиард һум, коронавирусҡа тест үткәреүгә сығымдар 108 миллиард һум тәшкил иткән. Халыҡҡа һәм предприятиеларға коронавирусҡа ҡаршы көрәшкә федераль ҡаҙнанан 515 миллиард һум бүленгән. Коронавирус менән ауырыусыларға медицина ярҙамы күһәтеүҙе ойоштороуға 189 миллиард һум аҡса тотонолған. Былар барыһыла “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы ойошторолған.
Автор:Вил Илһамов
Читайте нас