"Был күрһәткес республика эксперттарының абруйын һәм профессионаллеген күрһәтә".
“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашҡан предприятиеларҙың Башҡортостан Республикаһындағы хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге Төбәк компетенциялар үҙәге эше менән ҡәнәғәт булыуы 97 процент тәшкил иткән. Ошондай һөҙөмтәләрҙе Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге федераль үҙәк килтергән.
"Республика “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты сараларын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Беҙгә проектҡа йәлеп ителгән предприятиеларҙан кире бәйләнеш кәрәк. 97 процент кимәлендәге был күрһәткес республика эксперттарының абруйын һәм профессионаллеген күрһәтә", - тип хәбәр итте Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Анализ квартал һайын бирелгән “Предприятиеларҙа хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүгә адреслы ярҙам” федераль һәм төбәк иҫәпләмәләрен әҙерләү сиктәрендә үткәрелгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты 2018 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы раҫланған.
“Башҡортостан” гәзите сайтынан