Иҡтисад
9 Июль 2021, 05:33

Йәй бүләге — еләк-емеш

Йәй миҙгеле тәбиғәт биргән байлыҡты: емеш-еләк, бәшмәкте йыйып, һатып, аҡса эшләп ҡалыу осоро. Урманда үҫкән әҙер еләкте йыялар ҙа ҡиммәткә һаталар тиһәләр ҙә, еңелме һуң эҫе томрала көн оҙоно еләк тиреү?

Йәй миҙгеле тәбиғәт биргән байлыҡты: емеш-еләк, бәшмәкте йыйып, һатып, аҡса эшләп ҡалыу осоро. Урманда үҫкән әҙер еләкте йыялар ҙа ҡиммәткә һаталар тиһәләр ҙә, еңелме һуң эҫе томрала көн оҙоно еләк тиреү? Тырыш, түҙемле кешеләр генә иртә таңдан ҡырға сығып, биҙрә-биҙрә емеш-еләк йыйып, баҙарға сығарып һата ала. Өҫтәүенә емешең таҙа йыйылған, эре лә булырға тейеш, шунһыҙ ул үтмәй. Һата белергә лә кәрәк, йәғни тауарың үтемле булһын өсөн маҡтау һүҙҙәреңде йәлләмәйһең инде...
Көндәр эҫе, ямғырһыҙ торғас, еләк юҡтыр тип уйлаһаҡ та, сос ҡатындар еләк-емеш йыйып, баҙарға ла сыҡты.
— Еләк быйыл бик күп, ялҡауланмай йый ғына, һатыуға сығарһаң, алыусыһы ла табыла, — ти еләкселәр.
Баҙарҙа шулай уҡ баҡса еләге, сейә, ағас еләге, ҡарағат та бар. Ә хаҡтар түбәндәгесә:
- ер еләге — 800 һум (5 л);
- ағас еләге — 600 һум (3 л);
- виктория — 1000 һум (5 л.);
- сейә — 800 һум (5 л.).
Емеш-еләктәр 0,5 литрлыҡ күләмдә лә тәҡдим ителә.
Ҡышҡылыҡҡа ҡайнатма әҙерләү, компот ҡайнатыу өсөн шәкәр кәрәк. Шәкәргә хаҡтар ҙа һәр урында төрлөсә.
«Магнит» магазинында — 45,9 һум;
«Пятерочка»ла — 45,9 һум;
«Алтынай»ҙа — 54 һум.
Умартасылар быйыл бал һығырға ла өлгөргән: баҙарҙа яңы һығылған бал да, былтырҙан ҡалғаны ла бар. Әлбиттә, быйылғыһы хаҡы буйынса ҡиммәтерәк, өҫтәүенә балдың төрөнә ҡарап — сәскә, йүкә, ҡарабойҙай — хаҡтары ла төрлөсә.
Өлгөр хужабикәләр ҡыярҙы 80-85 һум менән тәҡдим итә.
Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас