Иҡтисад
12 Июля 2021, 12:15

Фермерҙар үҙ продукцияһын баҫыуҙа уҡ һата аласаҡ

«Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү» милли проекты сиктәрендә ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәргә ярҙам итеү өсөн яңы ҡарар ҡабул ителде.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

РФ Хөкүмәте премьер-министры Михаил Мишустиндың тәҡдименә ярашлы, федераль законға төҙәтмәләр индереләсәк һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары үҙ тауарҙарын баҫыуҙа уҡ һата аласаҡ. Бының өсөн улар картуф, кәбеҫтә һәм башҡа культуралар үҫтергән яландарҙа сауҙа нөктәһе, палатка ҡуйып, һатып алыусыларҙы йәлеп итә ала. Ошондай уҡ рөхсәт ит һәм һөт етештереүселәргә лә ҡағыла.
Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас