«Милли такси советы» ассоциацияһы Рәсәй Президенты Владимир Путинға DiDi такси агрегаторы буйынса ялыу ебәргән. Ассоциация был компания тарафынан илгә ҡарата хәүеф янауын билдәләгән.
Барыһы ла мобиль ҡушымтала булған мәғлүмәткә барып төртөлә, сөнки унда илебеҙҙең граждандарының бар мәғлүмәттәре һаҡлана, шулай уҡ уларҙың навигация аша ҡайҙа хәрәкәт итеүеҙәре тураһында мәғлүмәт бар. Был ғәйепләүҙән һуң ҡытай агрегаторы шәхси мәғлүмәтте һәм шәхси тормошто һаҡлауға етди ҡарауын белдерҙе. Шулай ҙа DiDi таксиһына Ҡытай власты тарафынан да көслө баһым яһала, уларға ҡарата мәғлүмәт таралыуы хәүефһеҙлеге буйынса тикшереү ойошторолған. Әлегә тиклем был компанияға ҡарата Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәтенә лә хаҡтарҙы ташламалар ярҙамында баҙар күләменән төшөрөүгә бәйле ине.