Башҡортостан МАКС-2021 авиасалонында тәүге тапҡыр үҙ стендын тәҡдим итә.
Быйылғы авиасалонда республиканан Кумертау авиация етештереү предприятиеһы, Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе, «ОДК-УМПО», «Техпромсервис », «Авиация өсөн двигателдәр», «Өфө механика» предприятиялары, юғары уҡыу йорттарынан ӨДАТУ ҡатнаша. Рәсми делегацияны етәкләүсе республика Башлығы Радий Хабиров билдәләүенсә, халыҡ-ара күргәҙмәлә был предприятиелар алдағы йылдарҙала ҡатнашып килгәндәр, тик ағымдағы йылда уларҙы бергә ойоштороп Башҡортостан исеменән айырым стенд булдырғандар. Был киләсәктә төбәк предприятиеларына “Халыҡ – ара кооперация һәм экспорт” милли проектында ҡатнашыуға киң мөмкинлектәр бирә.