Иҡтисад
23 Июля 2021, 05:15

Республикала дезинфекциялау саралары етештерелә

Башҡортостанда Сәнәғәтте үҫтереү фонды ярҙамында дезинфекциялау саралары ҡойоу линияһын сафҡа инде. Ул тәүлегенә 10 тоннаға тиклем ошондай шыйыҡсалар сығарыу мөмкинлеген бирәсәк. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда Сәнәғәтте үҫтереү фонды ярҙамында дезинфекциялау саралары ҡойоу линияһын сафҡа инде. Ул тәүлегенә 10 тоннаға тиклем ошондай шыйыҡсалар сығарыу мөмкинлеген бирәсәк. Был “Хеҙмәт етешт ереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырылған.

 “Авирбак” тип аталған дезинфекциялау сараһының тәүге ике тонна партияһы сығарылған.

"Былтыр 33 сәнәғәт предприятиеһы ике миллиард һумға яҡын ярҙам алды, шуның 1,3 миллиард һумдан ашыуы – федераль программалар буйынса. Һөҙөмтәлә республика иҡтисадына туғыҙ миллиард һумдан ашыу инвестиция йәлеп ителде, меңгә яҡын эш урыны булдырылды", – тине сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.

Республикала дезинфекциялау саралары етештерелә
Республикала дезинфекциялау саралары етештерелә
Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас