Иҡтисад
24 Июля 2021, 03:15

Етенсе урындан беренсегә

2021 йылдың икенсе кварталы йомғаҡтары буйынса, ил башлығы Владимир Путиндың май указына ярашлы «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты сараларын ғәмәлгә ашырыу буйынса Рәсәй субъекттары рейтингында Башҡортостан етенсе урындан беренсегә күтәрелде. #национальныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

2021 йылдың икенсе кварталы йомғаҡтары буйынса, ил башлығы Владимир Путиндың май указына ярашлы «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты сараларын ғәмәлгә ашырыу буйынса Рәсәй субъекттары рейтингында Башҡортостан етенсе урындан беренсегә күтәрелде.

Проекттың маҡсаты — предприятиеларҙы идара итеү һәм ойоштороу саралары ярҙамында хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм барлыҡ процестарҙы оптималләштерергә өйрәтеү.

Илдең 45 төбәге араһында беҙҙең республика иң яҡшыһы тип танылды. Рейтингыла предприятиеларҙың һаҡсыл етештереү инструменттарын индереү һәм үҫтереү буйынса проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙан ҡәнәғәт ҡалыу ҙа иҫәпкә алына.

Беҙ инде 51 етештереү ағымын оптималләштерҙек, уларҙа хеҙмәт етештереүсәнлеге 5-тән 30 процентҡа ҡәҙәр артҡан, 1,4 меңдән артыҡ хезмәткәрҙе lean-инструменттары менән эшләргә өйрәттек.

Милли проектта Башҡортостандың 113 предприятиеһы ҡатнаша. 

Автор:
Читайте нас