Иҡтисад
24 Июля 2021, 03:30

Водород менән эшләүсе авиадвигателдәр киләсәк талабы

“Ростех”  корпорацияһы водородты киләсәк яғыулыҡ булараҡ ике төп технология йүнәлешендә өйрәнә.

Водород менән эшләүсе авиадвигателдәр киләсәк талабы
Водород менән эшләүсе авиадвигателдәр киләсәк талабы

“Ростех”  корпорацияһы водородты киләсәк яғыулыҡ булараҡ ике төп технология йүнәлешендә өйрәнә.

    Беренсенән,  газ турбиналарын  туранан-тура водород яғыулығы ҡулланып эшләтеү һәм икенсеһе, водород яғыулығын электрохимик юл менән электр энергияһына әйләндереү. Корпорация вәкилдәре был турала МАКС-2021 авиасалон күргәҙмәһендә иғлан итте. Башҡа төр яғыулыҡ урынына киләсәктә водород яғыулығына күсеү заман талабы. Фәндең был өлкәһендә Рәсәй алдынғы рәттә булырға тейеш, тип һанай вице-премьер Александр Новак.

    Ысынлап та, донъяла нефть һәм газ ятҡылыҡтары запасы йылдан йыл кәмей, уларҙы тергеҙеп булмай. Рәсәйҙе иһә, сеймал ятҡылыҡтары төнъяҡҡа күсә бара, уны сығарыу һәм ҡулланыусыларға еткереү ҡатмарлаша, сығымдар арта, тимәк, хаҡы ла ҡиммәтләнә барасаҡ. Шуны күҙаллап, Рәсәйҙә транспортты водород һәм электр менән эшләүгә күсереү буйынса 2030 йылға тиклем үҫеш концепцияһы булдырылған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас