Иҡтисад
30 Июля 2021, 09:54

Өфө аэропортында халыҡ-ара кимәлдәге ҡунаҡхана төҙөләсәк

“Инвестсәғәт”тең сираттағы ултырышында халыҡ-ара Өфө аэропорты биләмәһендә төҙөләсәк заманса ҡунаҡхана комплексы концепцияһы ҡаралды.

“Инвестсәғәт”тең сираттағы ултырышында халыҡ-ара Өфө аэропорты биләмәһендә төҙөләсәк заманса ҡунаҡхана комплексы концепцияһы ҡаралды.

 «Стройтех» компанияһы директоры Юлия Кулагина әйтеүенсә, яңы отель Ibis Styles бренды аҫтында эшләй башлаясаҡ һәм ул өс йондоҙло класҡа тап киләсәк. 917 миллион һум инвестииция һалып, инвестор 2024 йылдың июленә 150 урынға ҡунаҡхана комплексын файҙаланыуға тапшырырға ниәтләй. Унда шулай уҡ ресторан, фитнес-клуб, конференция һәм форумдар уҙғарыу майҙансыҡтары ла ҡаралған.

“Инвестсәғәт”тә ҡатнашыусылар проектты өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә  индереп, тәҡдим ителгән иинициативаны хупланы.  Инвестор һалым ташламалары сифатында ярҙам аласаҡ.

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас