

Быйыл 45 төбәк проекты буйынса айырым маҡсатлы 150 күрһәткескә өлгәшеү ҡарала. Тәүге ярты йыллыҡ мәғлүмәттәре буйынса 21 күрһәткескә өлгәшелгән, 120-һен йыл аҙағына тиклем үтәү ҡарала, йәнә туғыҙында (“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ҡағыла) бер аҙ тайпылыштар булыуы ихтимал.
Быйыл республикала милли проекттарға 27 миллиард һум аҡса бүленә, шуның 18,8 миллиард һумы – федераль аҡса, 8,2 миллиарды – республика ҡаҙнаһыныҡы.
Милли проекттар нигеҙендә 34 объект төҙөлә һәм реконструкциялана, шуларҙың 20-һендә эште быйыл тамамлау күҙаллана.
Быйыл муниципаль берәмектәргә бюджет-ара трансферттар йәһәтенән милли проекттарҙы финанслау структураһы үҙгәргән. Былтыр был трансферттар 7,5 миллиард булһа, быйыл 10,5 миллиард һум тәшкил итә.