Башҡортостан йыл башынан 101,4 миллион долларға ауыл хужалығы продукцияһын экспортҡа оҙатҡан.
Үткән йылдың был осоронда 96 миллион долларға оҙатылған булған. Иң күп өлөштө май продукцияһы биләй, йәки 64,5 процент. Икенсе урында иген культуралары( 21,6 процент) килә, артабан май орлоҡтары, спирт, башҡорт балы-5,8 процент, аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте продукцияһы 5,2 процент тәшкил итә. Быйылғы йылда “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы республика сит илдәргә 167 миллион долларға агросәнәғәт продукцияһы һатырға тейеш. 2020 йылда Башҡортостандың ауыл хужалығы продукцияһының экспорт күләме 177,7 миллион доллар тәшкил иткән(еткерелгән план 115 миллион доллар). Тимәк, республиканың агросәнәғәт йүнәлешендә экспорт күләме йылдан-йыл арта бара.