Иҡтисад
20 Августа 2021, 05:30

Башҡортостан делегацияһы Тажиҡстанда

«Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостан Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетының беренсе урынбаҫары Лена Изотова етәкселегендәге делегация Тажиҡстан Республикаһында бизнес-миссия менән булды. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

«Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостан Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетының беренсе урынбаҫары Лена Изотова етәкселегендәге делегация Тажиҡстан Республикаһында бизнес-миссия менән булды.

Делегация республикаларҙың тышҡы иҡтисади бәйләнештәрен нығытыуға һәм предприятиеларҙың сик буйы бәйләнештәрен үҫтерергә ярҙам итергә ниәтләй.
Делегация етәксеһе «Башҡортостан Республикаһы экспортты яҡлау үҙәге», «Көньяҡ-Урал бизмәндәр заводы», «Химреактивснаб», «Контроль пакеты», «Радойл», «Альтернатива экспресс», «Гидравлика» Уфа агрегат предприятиеһы», «Техмашсервис» йәмғиәттәре вәкилдәре менән берлектә Тажиҡстандың Согди өлкәһе етәкселеге һәм эшҡыуарҙары менән осрашты, «Сугд» һәм «Дангара» махсус иҡтисади зоналары эшмәкәрлеге менән танышты, Башҡортостан һәм Тажиҡстандың сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлеге мәсьәләһе буйынса “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас