Иҡтисад
23 Августа 2021, 05:50

Рәсәй шараптары сит илгә оҙатыла

Һуңғы дүрт йылда Рәсәйҙә етештерелгән шараптарҙы экспортлау 40 процентҡа артҡан, тип яҙа «АиФ» гәзите.

Нигеҙҙә Краснодар крайында һәм Ҡырымда етештерелгән эсемлектәр һорау менән файҙалана. «Халыҡ-ара кооперация һым экспорт» милли проекты сиктәрендә уҙған йыл 2,9 тоннанан ашыу шарап оҙатылған. Айырыуса Украина, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Германия, Израиль күпләп һатып ала.

Рәсәй шараптары сит илгә оҙатыла
Рәсәй шараптары сит илгә оҙатыла
Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас