WorldSkills — “Йәш һөнәрмәндәр” милли чемпионатында йәштәр тотош донъяға баға һәм үҙҙәрен дә күрһәтә ала.
Ябай миҫал — беҙҙең мәғлүмәттәр буйынса ҙур телекоммуникацион холдинг вәкилдәре чемпионатта ҡатнашыу үтенесе менән мөрәжәғәт иткән. Компания эксперттары аҡыллы балаларҙы һайлап алып, шунда уҡ үҙҙәренә эшкә алалар.
Ҙур федераль компаниялар WorldSkills-та ҡатнашыуысыларҙы күҙәтә. Бындай абруйлы сарала ҡатнашыу эшкә урынлашҡанда өҫтәмә балдар бирә. Хәҙер урындағы компаниялар ҙа ошондай тәжрибәне ҡуллана.