Башҡортостан “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыусы предприятиеларҙың уҡытылған хеҙмәткәрҙәре һаны буйынса Рәсәйҙә беренсе урынды алды.
Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыу предприятиелар өсөн отошлы. Республиканың Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары етәкселәрҙе һәм хеҙмәткәрҙәрҙе укыта, уларға эш системаһын булдырырға, заем һәм һалым түләмдәрен ҡайтарып алырға, экспорт баҙарына сығырға ярҙам итә. Шулай уҡ “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты сиктәрендә «Процестар фабрикаһы» эшләй, ул - Һаҡсыл етештереү инструменттарын ҡулланыу тәҗрибәһенә өйрәнеү майҙансығы. Унда 400-ҙән ашыу кеше белем алған.