

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарҙарға тиҙ түләү системаһын ҡулланған өсөн комиссия ҡайтарыла.
2021 йыл июлдән декабренә тиклем осорҙа түләнгән аҡсалар компенсациялана. Был маҡсатта федераль бюджеттан 500 миллион һум аҡса бүленә. Компанияға комиссияны алыу өсөн уның бәләкәй һәм урта эшҡыуарҙарҙың берҙәм реестрында булыуы мотлаҡ.
Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министрлығы комиссияны ҡаплауҙа ҡатнашыуға 52 банкты һайлап алған, шуларҙың 18-е Башҡортостанда ла эш алып бара. Тиҙ түләү системаһын ҡулланыусы компаниялар QR-код аша түләүҙәр ҡабул итә. Бындай система аша иҫәп-хисап итеү халыҡ өсөндә отошло. Улар түләү карталарына ҡарағанда осһоҙға төшә, сөнки карталарҙы сығарыуға, уларҙы хеҙмәтләндереүгә сығымдар юҡ, ҡулланыуҙа хәүефһеҙ һанала.