Иҡтисад
30 Августа 2021, 04:00

Рәсәй ҡалаларына ташламалы путевкалар

«Туризм» милли проекты эске туризмды үҫтереү маҡсатында ил ҡалаларына ташламалы путевкалар менән файҙаланырға тәҡдим итә.

Добавить в предпочтительные источники Google

Президент Мөрәжәғәтнамәһендә әйтелгән кешбэк программаһына ярашлы, туристарға 20 мең һумға тиклем аҡсаһы кире ҡайтарыла. Тарихи урындарға бай булған Һамар, Ҡазан, Түбәнге Новгород, Дондағы Ростов, Калининград кеүек ҡалалар һорау менән файҙалана. Уларҙа туристик инфраструктура ла яҡшы үҫешкән.

Ҡазан, мәҫәлән, ЮНЕСКО объекттары менән билдәле. Боронғо Булғар, Кама буйы туристарҙы йәлеп итә. Һамар ҡалаһы Волга йылғаһы буйлап иң күп майҙанды алған ҡала. Түбәнге Новгородҡа быйыл 800 йыл тула, боронғо урамдарҙы, ҡәлғәләрҙе күреү үҙе үк онотолмаҫ хәтирә буласаҡ.

Рәсәй ҡалаларына ташламалы путевкалар
Рәсәй ҡалаларына ташламалы путевкалар
Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас