Иҡтисад
2 Сентября 2021, 07:56

Көнсығыш иҡтисади форумы бара

Владивостокта Урыҫ утрауында  Көнсығыш иҡтисади форумы (ВЭФ) эш башланы.  #ВладимирПутин

Владивостокта Урыҫ утрауында  Көнсығыш иҡтисади форумы (ВЭФ) эш башланы.

Форум эшендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың килеүе  көтөлә. Сарала дүрт меңдән ашыу кеше ҡатнашасаҡ, ул ике төр форматта үтәсәк, ҡунаҡтарҙың бер өлөшө форумда онлайн ҡатнаша ала. Форумдың төп темаһы-үҙгәрә барыусы донъяла Алыҫ Көнсығыштың яңы мөмкинлектәре.

Беренсе сиратта, Арктиканы үҫтереү,Рәсәйҙең Монголия һәм Көньяҡ-көнсығыш Азия (АСЕАН)  илдәре менән хеҙмәттәшлеге ҡараласаҡ. Был илдәр араһында энергетика өлкәһендәге уртаҡ проекттар, ауыл хужалығы, ағас эшкәртеү сәнәғәте һәм туризм тураһында һөйләшеүҙәр буласаҡ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас