Сибайҙа биш ҡаттан торған “Киләсәк фабрикаһы” бизнес үҙәге төҙөләсәк.
Проект буйынса, бинаның беренсе ҡатында заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған ҡунаҡхана, ресторан һәм лаундж- зонаһы урынлаша. Ҡалған дүрт ҡатта инновация йүнәлешендә эшләүсе компаниялар, йәш эшҡыуарҙар урынлашасаҡ. Был бизнес үҙәге Урал аръяғында иҡтисадты үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе перспективалы инновация идеяларын һәм проекттарын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итәсәк. Сентябрь урталарында Сибайҙа үтәсәк Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы көндәрендә нигеҙ һалынасаҡ. Әйткәндәй, 11 һәм 12 сентябрҙә үтәсәк был сарала Башҡортостан Хөкүмәте 79,5 миллиард һумға 20 килешеү төҙөргә планлаштыра.