Иҡтисад
3 Сентября 2021, 05:10

"Эшҡыуарлыҡ сәғәте" предприятиеларҙа ла үтә

Мебель етештереү өсөн махсус ҡорамалдар алыу эштәге күп ауырлыҡтарҙы хәл итеүгә булышлыҡ иткән. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Игорь Миронов “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” сиктәрендә мебель етештергән предприятиелар эшмәкәрлеген яҡындан ҡараған. “Алюр” предприятиеһы заказға аш бүлмәһе өсөн йыһаздар етештерә. Ул — күп өлкәлә етештереү процесын автоматлаштырыуға күскән предприятиеларҙың береһе. Мебель етештереү өсөн махсус ҡорамалдар алыу эштәге күп ауырлыҡтарҙы хәл итеүгә булышлыҡ иткән.

Әле “Алюр” мебель фабрикаһы биҙәү һәм ремонт буйынса яңы фекер тәҡдим иткән — шоурум концепцияһын әҙерләй. Был тәҡдим ҡыҙыҡлы һәм киләсәкле, ул ҡаланың күп эшҡыуарҙарының көсөн берләштереүе ихтимал.

Ошондай уҡ эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙе “ВикториЯ” мебель фабрикаһы ла ҡуллана, унда яңы үҫеш этабына әҙерләнәләр. Улар яңыраҡ бина алған. Ремонт тамамланғандан һуң, тиҙҙән унда мебель етештереү буйынса тулы цикллы етештереү майҙаны эшләй башлаясаҡ. Был иһә эшҡыуарҙарыбыҙҙың ошо йүнәлештәге баҙарҙың артабанғы үҫешенә ышаныс менән ҡарауы тураһында һөйләй, йәғни  артабан үҙ предприятиеларын үҫтереп, инвестициялар һала.

Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән ”Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.

"Башҡортостан" гәзите сайтынан.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас