

«Газпром трансгаз Уфа» ЯСЙ-һы генераль директоры Шамил Шәрипов «Газпром» ПАО-һы газ үткәреү программаһы буйынса 2025 йылға тиклем 164 ауылдағы 25 мең йортҡа газ үткәрергә планлаштырыуын белдерҙе.
Был маҡсатҡа 13,5 млрд һум аҡса йүнәлтеләсәк. Шулай уҡ газ үткән ауылдарҙа өйҙәренә газ етмәгән 180 мең йортҡа "зәңгәр яғыулыҡ" барып етәсәк. Өҫтәүенә, йорт участкаһына тиклем газ бушлай үткәрелә. Газ ҡорамалдары һатып алыу, йортҡа индереү эштәре түләүле, өй хужаһы иҫәбенә башҡарыла. Ғаризаны урындағы газ ойошмаһына бирергә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта МФЦ аша ла бирергә була. Шулай уҡ "Газпром" етәксеһе Альберт Лоҡманов Дауыт ауылына газ үткәреү барышы хаҡында хәбәр итте. Ил Президенты Владимир Путин менән осрашыуҙа күтәрелгән был мәсьәлә бөгөн хәл ителеү өҫтөндә. Бөгөн ауылдың урамдарына газ үткәреү траншеялары ҡаҙыла, шунда уҡ соҡорҙарға торбалар һалына. Октябрь айына өйҙәренә газ килеренә ҙур өмөт бағлай дауыттар.