Иҡтисад
9 Сентября 2021, 12:45

Финанс грамотаһына уҡытыу

Башҡортостан халҡын сентябрь аҙағынан алып бушлай финанс грамоталыҡҡа өйрәтә башлайҙар. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостан халҡын сентябрь аҙағынан алып бушлай финанс грамоталыҡҡа өйрәтә башлайҙар.

Уҡытыуҙы республиканың “Финпотребсоюз” төбәк бүлексәһе белгестәре дистанцион курс формаһында ойошторасаҡ. Был проектта ҡатнашҡандар кредит тарихы һәм рейтинг, физик шәхестәргә кредит биргәндә банктарҙың талабы, кредит тарихын нисек яҡшыртырға мөмкин, нимә ул кредит каникулы, реструктуризация һәм рефинансирование тигән темалар буйынса белем аласаҡ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас