Башҡортостанда инвестициялар күләме үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда өс тапҡырға артҡан.
Дөйөм инвестициялар хаҡы 18 миллиард 700 миллион һумдан ашҡан, 700 эш урыны булдырылған. Тормошҡа ашырылған проекттар буйынса Салауат, Туймазы һәм Благовещен райондары алдынғылар рәтендә. Дөйөм алғанда, хәҙерге ваҡытта республикала 400 миллиард һумлыҡ 1300 инвестиция проекты бойомға ашырылыу өҫтөндә. Бының буйынса ҡалалар араһында Өфө, Күмертау, Салауат беренселектә килһә, ҡала һәм райондар берләштергәндәр араһында Благовещен, Туймазы һәм Бөрө алдынғыҡта. Айырым райондар буйынса юғары урындарҙы Шаран, Федоровка һәм Ҡариҙел райондары алып килә. В. Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Иҡтисад” милли проектында, төбәккә инвестициялар йәлеп итеү, яңы эш урындары асыу юғары үҫеш күрһәткестәренең береһе булып тора.