Күпселек предприятиеларҙың был милли проектҡа ҡушылырға ашыҡмауының сәбәбе — етештереҙе роботизациялау һәм хеҙмәткәрҙәрҙе ҡыҫҡартыуҙан шикләнеү. Әммә эффекты производствоны алдынғы һыҙыҡҡа ҡуйыу уның маҡсатҡа ярашлы булыуын раҫлай. Хеҙмәт министрлығынан белдереүҙәренсә, эшсе кадрҙарға ҡытлыҡ кисергән мәлдә — хәҙер йәштәр сәнәғәткә, ауыл хужалығына эшкә барырға ынтылып тормай — роботлаштырылған ҡоролмалар производствоны туҡтауһыҙ эшләтергә мөмкинлек бирә. Ә мәшғүллек үҙәктәре бындай ҡоролмалар менән эшләүсе белгестәр әҙерләүсе уҡыу йорттары менән даими хеҙмәттәшлек итә.