Иҡтисад
13 Сентября 2021, 03:05

Спутник ҡалаһы кемдәр өсөн төҙөлә?

Алыҫ Көнсығышта яңы миллионник — Спутник тип аталасаҡ ҙур ҡала төҙөлә, тип яҙа «АиФ» гәзите. #национальныепроекты

«Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ был объект 2 млн. квадрат метр торлаҡты сафҡа индерергә мөмкинлек бирә. Яңы ҡала Владивостоктан 30 саҡрым алыҫлыҡта урынлашасаҡ. Приморьела йәшәүселәр ситкә китмәһен өсөн башҡарылған был төҙөлөш эшенә миллионлаған кешене йәлеп итергә ниәтләйҙәр. Ә төҙөлөш тамамланғас Спутникта 300 мең кеше йәшәйәсәк, тип белдерә Иҡтисади үҫеш министрлығы белгестәре. Унда 7 меңдән ашыу эш урыны булдырыла.

Спутник ҡалаһы кемдәр өсөн төҙөлә?
Спутник ҡалаһы кемдәр өсөн төҙөлә?
Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас