«Урал аръяғы-2021» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрендә «Global Management Challenge» халыҡ-ара чемпионатының бизнес менән идара итеү һәм стратегия буйынса төбәк финалында ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тантанаһы үтте.
20 августан 3 сентябргә тиклем Башҡортостанда ярышта ҡатнашыусы командалар теркәлеү үтте. Ошо уҡ мәлдә демо-тренингтар уҙҙы. Үҙҙәренең идара итеү оҫталыҡтарын камиллаштырырға теләгәндәр исемлегенә республиканың компания-ойошмалары етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре, бизнесмендар һәм эшҡыуарҙар, дәүләт хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ студенттар һәм аспиранттар ингән. Онлайн һайлау турын үткән һигеҙ команда инвестиция һабантуйында иң яҡшы исеменә көрәште.
Әбйәлилдән район хакимиәтенең план бүлеге начальнигы урынбаҫары Зилә Ильясова, «Восход» ЯСЙ-һы директоры Екатерина Славогородская, «Алтын ҡурай» ЯСЙ-һының үҫеш буйынса директоры Илфат Төлкөбаев һәм STEAM балалар фәнни клубы етәксеһе, шәхси эшҡыуар Зөлфиә Ғәйнетдиноваларҙан торған командаға Шаран вәкилдәре менән «Алтын ырыу» командаһына берләшеп ярышырға тура килгән. Форумдың программаһы эшлекле һәм мәҙәни өлөштән торған, йәғни унда ҡатнашыусылар сәнәғәт комплексы, ауыл хужалығы, эске туризм, мәҙәниәт һәм иҡтисади үҫеш темаларына арналған стратегик һәм дискуссия сессияларҙа ҡатнашҡан.
Шулай итеп, халыҡ-ара чемпионаттың республика кимәлендә көсөргәнешле ярыш һөҙөмтәләре буйынса беренселекте Стәрлетамаҡ һәм Миәкә райондарының «Бизнес Стратег» командаһы яулаған. Икенсе урынды лайыҡлы рәүештә «Алтын ырыу» алған һәм көмөш кубокты яулаған. Өсөнсөгә «Звездный путь» командаһына берләшкән Борай һәм Тәтешле райондары вәкилдәре сыҡҡан.
Сығыштарҙың шәп булыуын иҫәпкә алып, ойоштороу комитеты тәүге ике урынды алған командаларға милли финалда ҡатнашырға рөхсәт иткән. Тимәк, әбйәлилдәр, шарандар менән берлектә, сентябрь аҙағында Түбәнге Новгородта үтәсәк Рәсәй чемпионатында республика намыҫын яҡлаясаҡ.