Иҡтисад
16 Сентября 2021, 10:15

Межгорье үҫешәсәк

Межгорье ҡалаһында республика Хөкүмәтенең күсмә ултырыш үтте, көн тәртибенә муниципалитетың социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләһе сығарылды.

Республикала иң йәш ҡала булған Межгорье ябыҡ ҡала, ошо сәбәпле уның биләмәһендә айырым режим индерелгән. Өҫтәүенә, ул бер-береһенән 25 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан ике микрорайонға бүленгән.

“Ҡала халҡына тотороҡло транспорт бәйләнеше кәрәк. Яңы аптека пункттары талап ителә. Эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙә лә проблемалар бар. Коммунуаль селтәрҙәрҙе ҙә үҙгәртеп ҡороуҙы талап итә”, — тип проблемалар хаҡында бәйән итте улытыршта муниципалитет башлығы Вячеслав Калугин.

Радий Хабиров йыл аҙағына тиклем таҙартыу ҡоролмаларын проектлауға 2 миллион һум аҡса табырға һәм киләһе йылда проект һәм төҙөлөш эштәрен дауам итергә ҡушты

Башҡортостан Башлығы ҡаланы төҙөкләндереү һәм Межгорьела “Уңайлы ҡала шарттары булдырыу” проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләһенә айырым туҡталды.

2019 йылда бында ике  парк үҙәгртеп эшләнде тағы ике ял итеү урыны сафҡа инергә тейеш.  Республика етәксеһе Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрына 2022 йылда биш йорт ихатаһын ремонтлауға аҡса табырға ҡушты.

Аптека пункты мәсьәләһен дә хәл итергә бойороҡ бирҙе Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе шулай уҡ короновирустан вакцинация темпын көсәйтергә кәрәклеген әйтте. Бында  15 сентября  COVID-19 ҡаршы вакцинаны халыҡтың ни бары  37 проценты эшләткән.

Республика Хөкүмәтенең президиум ултырышында Межгорьеның мәҙәниәт һәм ял үҙәген, шулай уҡ ҡала китапханаһын капиталь ремонт яһау тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Республика хөкүмәтенең премьенр-министры урынбаҫары  ИрекСәғитов белдереүенсә, яҡын арала ҡалала өс ҙур спорт объекты үҙгәртеп ҡороласаҡ һәм төҙөләсәк. 2024 йылға тиклем ҡалала аманса бассейн барлыҡҡа киләсәк. Төбәк Башлығы шулай уҡ “Төҙөүсе” стадионын үҙгәртеп ҡороу һәм башы ябыулы хоккей майҙансығын йыл әйләнәһенә файҙаланыу өсөн унда яһалма газон һалыу буйынса тейешле күрһәтмәләр бирҙе.

Шулай уҡ ошонда эш башлаған йәш белгестәр 600 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булһын өсөн Межгорьены “Ауыл тренеры” программаһына индерергә ҡушылды,

Башҡортостан Башлығы ҡала халҡы өсөн эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу  һәм үҙ эшен асырға теләгәндәр өсөн күсмә семинарҙар ойошррорға тәҡдим итте. Радий Хәбиров Хөкүмәткә 10 октябргә тиклем Межгорьены социаль-иҡтисади үҫеш программаһын эшләргә ҡушты.

 

Межгорье үҫешәсәк
Межгорье үҫешәсәк
Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас